ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2019, 19:02

Фельдшеребыҙҙан уңдыҡ

Беҙгә, оло йәштәгеләргә, йылы мөғәләмә булһа, тормошобоҙ йәмлерәк, проблемалар еңелерәк хәл ителгән кеүек. Был тәңгәлдә Һарыш ауылы халҡы фельдшер Рәмзиә Ғабдуллинанан уңды тиһәң, бер ҙә хата булмаҫ, моғайын. Ауырып медпунктҡа барһаң, ҡайтырға сыҡҡанда уҡ үҙеңдең яртылаш сихәтләнеүеңде тояһың. Изге күңеле, йылы һүҙе менән дә дауалай белә ул. Аҡыллы, ипле, үҙ эшенең бөтә нескәлеген белгән медицина хеҙмәткәренең булыуы ауыл халҡы өсөн бик яҡшы.

Беҙгә, оло йәштәгеләргә, йылы мөғәләмә булһа, тормошобоҙ йәмлерәк, проблемалар еңелерәк хәл ителгән кеүек.Был тәңгәлдә Һарыш ауылы халҡы фельдшер Рәмзиә Ғабдуллинанан уңды тиһәң, бер ҙә хата булмаҫ, моғайын. Ауырып медпунктҡа барһаң, ҡайтырға сыҡҡанда уҡ үҙеңдең яртылаш сихәтләнеүеңде тояһың. Изге күңеле, йылы һүҙе менән дә дауалай белә ул. Аҡыллы, ипле, үҙ эшенең бөтә нескәлеген белгән медицина хеҙмәткәренең булыуы ауыл халҡы өсөн бик яҡшы.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты һәр ваҡыт таҙа. Канализация, һыу үтмәгән тип тормай, Рәмзиә Хөснулла ҡыҙы ауылдаштарына ҡулынан килгәнсә уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша. Ярҙам һорап килгән һәр кешене яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, фәһемле кәңәш биреп оҙатып ҡала.
Һөнәри яҡтан ғына түгел, шәхси сифаттары менән дә һоҡландыра. Йортондағы тәртип уның уңғанлығы, эшһөйәрлеге тураһында һөйләй. Хәстәрлекле хужабикә, һөйөклө әсәй ҙә ул. Балаларын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләп, бер үҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Барыһы ла тырыш, тәртипле, кешелекле. Беҙ үҙебеҙҙең фельдшерыбыҙға еңел булмаған эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Миңлефә БУЛАТОВА.
Читайте нас: