Азалия Байымова - Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының 9 “а” класында уҡый. Ике йыл элек гимназияла уҙған ”Һылыуҡай” конкурсында ҡатнашып, 1-се урын алған, шунлыҡтан был йүнәлештә уның тәжрибәһе бар. Хыялы - врач булыу. Спорт менән дуҫ - волейбол, еңел атлетика оҡшай. Башҡорт ҡыҙҙарына хас йыр-бейеү, аш-һыу әҙерләргә ярата. Тормош девизы ”Был донъяла үҙеңде таба бел!”