Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
15 Март 2019, 13:57

Ҡырым яҙына - 5 йыл

Ҡырым Республикаһы - төрлө мәҙәниәтте берләштергән, уларҙың тарихы һәм ҡиммәттәрен һаҡлаған уникаль төбәк. Бында мәсет һәм сиркәү - бер-береһенә күрше. Көнбайыш һәм көнсығыш архитектура ҡомартҡыларының быуаттар дауамында барлыҡҡа килгән ғәжәйеп биналары үҙҙәренсә матурлыҡ тыуҙыра. Һыу һәм ҡоро ер юлдары сауҙаһы үҫешкән урын.

Ҡырым Республикаһы - төрлө мәҙәниәтте берләштергән, уларҙың тарихы һәм ҡиммәттәрен һаҡлаған уникаль төбәк. Бында мәсет һәм сиркәү - бер-береһенә күрше. Көнбайыш һәм көнсығыш архитектура ҡомартҡыларының быуаттар дауамында барлыҡҡа килгән ғәжәйеп биналар үҙҙәренсә матурлыҡ тыуҙыра. Һыу һәм ҡоро ер юлдары сауҙаһы үҫешкән урын.
Һандар һәм факттар:
Ҡырым Республикаһында 14 район, 16 ҡала, 56 ҡасаба, 950 ауыл бар. Баш ҡалаһы- Симферополь. Майҙаны 26081 квадрат километр. 2014 йылда 1958500 кеше йәшәгән.
2014 йылда Ҡырым Республикаһы, Украина составынан сығып, Рәсәй Федерацияһының яңы субъектына ҡабул ителде. Беҙгә кире ҡушылыуға ошонда йәшәүселәрҙең 97 проценты ыңғай тауыш бирҙе.
5 йыл элек үткән референдумда халыҡҡа ике һорау әҙерләнгәйне: “Ҡырым­дың Рә­сәйгә ҡушылыуына ри­заһығыҙмы?” һәм ”Ҡы­рым Респуб­ликаһының 1992 йылдағы Консти­туцияһын тергеҙергә һәм Украина өлөшө булараҡ статусына ри­заһығыҙмы?”. Һуңғыһы, әлбиттә, автономия вәкәләттәрен киңәйтеп, Украина составында ҡалыуҙы күҙ уңында тотто. Һайлаусыларҙың 96,77 проценты (1 миллион 233 мең кеше) беренсе һорауға “эйе” тип яуап бирҙе.


Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 22-се һанында уҡығыҙ.


Читайте нас: