Хәрби комиссар Рөстәм Ҡантимеров билдәләүенсә, был кампания барышында республика хеҙмәткә саҡырыу пунктынан алты эшелон, йәғни 5 меңгә яҡын егет Рәсәйҙең Ҡораллы көстәренә оҙатылырға тейеш. Район-ҡаланан 142 буласаҡ һалдат армияға барырға әҙерләнә. Улар әле төшкә тиклем медицина тикшереүе, ә төштән һуң хеҙмәткә саҡырыу комиссияһын үтә.