60 йәшен туйларға балаларын һәм туғандарын йыйған Ғәлимгә улы:
- Атай, бәләкәй сағыңдан берәй ҡыҙыҡлы ваҡиға һөйләп ишеттер әле?- ти. Ғәлимдең бынан 50 йыл элек булған бер хәл иҫенә төшә.
Ул ваҡытта малайҙар нисек тә аҡса эшләргә тырышып, йомран тотоп һатыр булған икән. Бер тире 30 тин тора, ти. Ун йәшлек Ғәлим туғаны Әмир менән, ҡара таңдан тороп, биҙрәләр тотоп, Иҙел буйына сығып киткән. Йомран ояһына һыу ташып, буйына унлап йомран тотҡан малайҙар кискә генә ҡайтып ингән. Аталары бик ныҡ асыуланған, хатта киске сәйҙе эсергә лә рөхсәт итмәгән. Әсәйҙәре төнгө сменаға киткән. Малайҙар тиҙ генә инеп үҙ урындарына ятҡан, ти. Бер аҙ ятҡас, фанера менән ябылған йомранлы биҙрәне сығып ҡарарға булғандар. Тик малайҙар сығып биҙрә янына етеүгә һуңғы йомран башын биҙрәнән сығарып ҡарап тора икән. Әмир йомранды эләктерәм тигәндә тегенең ҡойроғо ғына тороп ҡала малай усында. Иртәнсәк урамға сығыуға күрше-тирә, геү килеп, йомран баҫтыра икән, ә улары кәбеҫтә, ҡыяр кеүек йәшелсәне тотош кимереп бөткән. Малайҙар үҙ кәсептәре хаҡында атайҙарына һөйләмәүҙәренә ҡыуанып бөтә алмай ул заман. Ә бер оҫта күрше хатта был йомрандарҙы аулап байтаҡ аҡса ла эшләп ала ул ваҡытта.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң ғына түгел, хатта илле йылдан һуң да беленеп ҡуя икән дә. Был ҡыҙыҡҡа һуҡраныр ул заманда йәшәгән күршеләр генә юҡ ине шул был табында.
Эшкә беренсе көн сыҡҡан егеттең исемен бригадир көнө буйына Ғәлимдән һорап аптырата. Әйләнә лә егеттең исемен һорай бит:
- Галим, как его звать-то, забываю и все тут, - ти икән.
- Йомағол, ну Юмагул, понял?- ти икән егет янында эшләгән Ғәлим.
Икенсе көн иртүк бригадир тағыла килеп етеп:
-Забыл ведь, ты мне назови как то по-свойски, по-русски,- ти икән теге егеттең исемен һорап.
Ғәлим бер аҙ уйлап торғас:
- Как тут назовешь-то? Юмагул, ну, йома. А, понял, Пятница, - тигән дә ҡуйған бит.
Икенсе эш көнө бөтөүгә цех эшселәре генә түгел, бөтә завод кисә Пятница тигән егеттең эшкә урынлашыуын ғына белеү түгел, хатта танып та бөткәндәр, ти үҙен.