Конгэк
-15 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
12 Апрель 2019, 14:25

Мине лә таный, күрәһең

Автовокзалда китергә торған автобусҡа саҡ өлгөрөп ҡалған Сәрби инеүгә шофер ҡысҡырып: - Биккузина, - ти ҙә ҡуҙғалып та китә.

Автовокзалда китергә торған автобусҡа саҡ өлгөрөп ҡалған Сәрби инеүгә шофер ҡысҡырып:
- Биккузина, - ти ҙә ҡуҙғалып та китә.
Сәрби буш урынға барып ултыра ла уйға ҡала. Минең ирҙе белмәгән кеше юҡ та инде, ҡайҙан беләлер инде был шоферы. Улай ғына ла түгел, мине лә таный, күрәһең, Биккузина, тине бит, тип байтаҡ уйланып барыуына автобус туп-тура ауылға китеп барған еренән икенсе яҡҡа борола ла китә бит. Аптырап киткән Сәрби:
- Стой, куда? – тип ҡысҡыра.
Ә шофер:
- Поворт в Биккузино, - ти икән.
Танылыу тапмаған Сәрби, автобустан төшөп ҡалып, өйөнә йәйәүләп ҡайтып китә.


Читайте нас: