Закон буйынса протокол төҙөү һәм штраф билдәләү район Хакимиәтенең административ комиссия вәкәләтенә инә. Белешмәне муниципалитеттың рәсми сайтындағы “Административ комиссия” бүлегендә табырға мөмкин. Һәр кем закон боҙолғанына шаһит булһа, автомобилде фотоға төшөрөп ебәрә ала. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 26.7-се статьяһындағы 2-се бүлеккә ярашлы, фотолар йәки видеояҙмалар дәлил булып иҫәпләнәсәк. Әммә бының өсөн ҡайһы бер шарттарҙы үтәү мөһим:
Беренсенән, мөрәжәғәт аноним йәки исем-шәрифһеҙ, телдән булырға тейеш түгел. Ялыу итеүсе махсус бланк тултырырға тейеш. Бланкыны Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты сайтынан (
https://goskomjust.bashkortostan.ru/documents/active/218812/) күсереп алырға мөмкин. Унда мөрәжәғәт итеүсенең исем-фамилияһы, телефон номеры, электрон адресы, шулай уҡ тәртип боҙоу осрағының ҡайҙа, ҡасан булыуы, фотоның ниндәй телефондан төшөрөлгәне күрһәтелеүе шарт.
Икенсенән, видеояҙма, фотоның сифатлы булыуы мөһим. Автомобиль номеры, урамдың исеме, йорттоң һаны төшөрөлһә, тағы ла яҡшыраҡ. Ғариза, фото, видеояҙма урындағы хакимиәт сайтының административ комиссия бүлегенә ебәрелә.
Ялыу рәсми мөрәжәғәт, шунлыҡтан һеҙ күрһәткән адресҡа административ комиссия ҡабул иткән ҡарар тураһында белдереү ҡағыҙы киләсәк.
Тағы үҙенсәлекле бер яғын әйтмәй булмай, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафты 20 көн эсендә түләһәң, яртыһы юҡҡа сыға, ә газон, спорт һәм балалар майҙансығына автомобиль ҡуйыусыларға был ҡағылмай.
Автотранспортты тротуарға ҡуйһаң да, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 12.19-сы статьяһындағы 3-сө пунктҡа ярашлы штраф ҡаралған. Был осраҡта протоколды юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары төҙөй.