Конгэк
-1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2019, 14:16

Телгенәйем- бергенәйем

Илдәргә, ҡитғаларға ғына түгел, телгә лә даими юғалыу хәүефе янай. Уға сит һүҙҙәр йоғонтоһо ла ошо хәүефте арттыра, радио-телевидение аша күпме сит һүҙҙәр ишетәбеҙ.

Илдәргә, ҡитғаларға ғына түгел, телгә лә даими юғалыу хәүефе янай. Уға сит һүҙҙәр йоғонтоһо ла ошо хәүефте арттыра, радио-телевидение аша күпме сит һүҙҙәр ишетәбеҙ.
Хаҡлы ялда булғас, буш ваҡытыбыҙ күп радио һөйләй,телевизор күрһәтә. Ваҡыты менән сығыш яһаусыларҙың телмәрен ишетәм дә, борсолоуҙан ҡан аҫымым күтәрелеп китә: телде бутайҙар, һүҙҙе әйтә алмай яфаланалар, тотлоға, ыңғыраша бахырҙар. Ата-әсәһе шулай һөйләшкәс, үҫеп килгән быуынға ни ҡала инде?!
Аллаға шөкөр, башҡорт мәктәптәре асылды, тел уҡытыусылары бөтә көсөн уҡыусыларға үҙ телен, тарихын өйрәнеүгә һала, әммә күптәре һөйләшмәй бит? Күршебеҙҙең улы башҡорт гимназияһында белем ала, үҙебеҙсә һүҙ ҡушһаң, урыҫса яуап бирә. Баҡтиһәң, мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тыш, фәндәр тик русса ғына уҡытыла икән дә! Урамда - урыҫса, йортта тағы атай-әсәй шул телдә аралаша, оло йәштәге өләсәй-олатайҙарҙа шуны ҡыуа.
Шәхестәребеҙ, әллә шул заман сәйәсәте йоғонтоһо булды- башҡорт мәктәптәрен тамамлаған сығарылыш уҡыусылары урыҫ мәктәптәре программаһы буйынса инша яҙып, юғары уҡыу йорттарына конкурстан үтә алманы. Тап ошо ваҡиға күптәр өсөн башҡорт телле мәктәптәрҙең абруйын төшөрөүгә сәбәпсе булды.
Тағы ла шуны әйтмәй булмай- район-ҡалаларҙа уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәр ябылыуы ла беҙҙең файҙаға булманы. Был үҙ сиратында урыҫлашыу процесын тиҙләтте генә.
Бер заман башҡорт егеттәре башҡа милләттән кәләш алыуҙы модаға индерҙе (был бөгөн дә дауам итә әле), бындай ғаиләләрҙә уртаҡ тел булып урыҫ теле һанала. Билдәле, ундайҙарҙың сабыйҙары ла башҡорт исеме ҡушылмай. Һәр милләттең менталитеты төрлөсә, күптәр уртаҡ тел таба аламай, айырылышты, балалар йәтим ҡалды. Элек атай-әсәй абруйы юғары булды, улар әйтә икән- тайпылмайһың, түҙәһең. Абдулланың Наталья йәки Марусяға өйләнеүе тотош ауыл өсөн тәрбиәһеҙлек булып һаналды. Ҡалаға сығып киткән башҡорт ҡыҙҙары ла таныштырырға алып ҡайтҡан урыҫ егете менән ғаилә ҡорманы, “Ярамай!Гонаһ!” тип аңлатты уларға ололар быны.
Йәш ғаиләләрҙә ни сәбәптер, сабыйҙарҙың теле урыҫса асыла, был телевизорҙан йәнһүрәттәрҙең урыҫса күрһәтелеүенә ныҡлы бәйле, ошоға өҫтәп йортта шул телдә һөйләшһәләр - көт тә тор, башҡорт теленә урын да ҡалмай.
Магазинда, урамда үҙебеҙҙең телдә бала менән аралашҡан атай, әсәй, олатай өләсәйҙе күрһәм, түбәм күккә тейә! Рәхмәт ундайҙарға.
Балалар баҡсаһы, мәктәптә тәрбиәсе, уҡытыусыларға теләгем ҙур: бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып, тел, тарих, еребеҙгә, милли ғорурлыҡ тәрбиәләү өсөн бөтә көстө һалырға кәрәк.
Башҡортостан Мәғариф министрлығына милләтебеҙ исеменән мөрәжәғәт итәбеҙ:
- Мәктәптә тарих, география, ботаника, (биология) фәндәрен башҡортса уҡытырға;
- Башҡортса телмәр үҫтереү дәреслеге булдырыу;
- Уҡыу программаһының ҡыҫҡартылыуына юл ҡуймаҫҡа кәрәк;
- Балалар бер генә сит тел өйрәнһен, теләмәгәндәр факультатив дәрес формаһында өйрәнһен. Бөгөн беҙ балаларыбыҙға белемде үҙ телебеҙ аша бирергә тейеш!
Беҙҙең тел Ҡөръән менән ауаздаш, уны хатаһыҙ уҡыйбыҙ, башҡа төрки телдәрҙе лә рәхәтләнеп өйрәнә алабыҙ.
Оло йәштәге атай- әсәйҙәрегеҙ менән үҙ телебеҙҙә аралашығыҙ, балаларығыҙҙан да шуны талап итегеҙ!
Флүрә Йәрмөхәмәтова.
Читайте нас: