Ниңәлер сауҙа нөктәләрендә һуған орлоғо күренмәй, булғандарының да хаҡы ныҡ ҡиммәт. Аграр төбәктә йәшәп, ни өсөн уға ҡытлыҡ килеп сыҡты һуң?
Яуап эҙләп район хакимиәтенең сауҙа бүлегенә, “Башсортсемовощ” йәмғиәтенә шылтыраттыҡ. Баҡтиһәң, орлоҡтоң дефицитҡа әүрелеүенә былтыр Голландияла ҡоролоҡ сәбәп булған: һуған уңмаған. “Центурион”, “Стурон” кеүек иң популяр сорттар был илдән килтерелгән булған. Рәсәй сәсеү материалының күпселек өлөшөн уларҙан һатып алған. “Башсортсемовощ” был йәшелсә орлоғон күптән һатып бөткән. Унда эшләгән белгес Екатерина Вальц әйтеүенсә, Рәсәйҙә уны тик Сыуашстанда ғына үҫтерәләр икән. Ауыл хужалығы үҫешкән, ҡара тупраҡлы ерҙә йәшәп, ошо йәшелсәне лә үҫтерә алмайбыҙ!