Башҡортостанда 2019 йылдың мартынан 16 майына тиклем Гигиена һәм эидемиология үҙәгенә 2 176 кеше талпан ҡаҙалыуға һәм уларҙа йоғошло сирҙәр бармы-юҡмы икәнен тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығы белгестәре билдәләүенсә, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк (1 546 кеше). Бөгөнгә белгестәр 2 319 гектар ерҙе эшкәрткән. Республикала бөтәһе 4 мең самаһы гектар майҙанды акарицид ярҙамында эшкәртелә.