Кисә 8 уҡыусы географиянан һәм 10-һы әҙәбиәттән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Уларҙы ҡаланың 4-се мәктәбендә урынлашҡан пунктта махсус күнекмә алған педагогтар, ойоштороусылар, йәмәғәт күҙәтеүселәре ҡаршы алды.
Республика буйынса был көндә бөтәһе 67 пункт эшләне. Географиянан - 688, әҙәбиәттән 997 уҡыусы һынау тотто. Дөйөм алғанда, 11-се класты тамамлаусылар - 27 майҙан 1 июлгә тиклем, 9-ҙы тамамлағандар 24 майҙан 2 июлгә тиклем төрлө фәндәрҙән имтихан тапшыра. БДИ-ны үткәреүгә 28 мең кеше йәлеп ителгән, шул иҫәптән 8,5 мең ойоштороусы.