Конгэк
+1 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
28 Май 2019, 16:46

Арыҫландың аҫыл егете

Күренекле яҡташыбыҙ, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Динис Бүләковҡа 18 майҙа 75 йәш тулған булыр ине. Ошо иҫтәлекле дата айҡанлы Смаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Хәтер кисәһе үтте.

Күренекле яҡташыбыҙ, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Динис Бүләковҡа 18 майҙа 75 йәш тулған булыр ине. Ошо иҫтәлекле дата айҡанлы Смаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Хәтер кисәһе үтте.
Был көндә ауылға Өфөнән ҙур әҙәби десант килде. Баш ҡала ҡунаҡтарын иң тәүҙә билдәле яҙыусының исемен йөрөткән дөйөм урта белем биреү учреждениеһында ҡаршы алдылар. Уның бюсына сәскә һалғас, мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Артабан сара мәҙәниәт йортонда дауам итте.
Хәтер кисәһенә килеүселәрҙе район Хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ринат Бикбулатов сәләмләне. Яҡташтарының Динис Бүләков әҫәрҙәрен яратыуын, уның менән сикһеҙ ғорурланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостан Мәғариф министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Әлибаев та сығыштарында мәләүездәрҙең Динис Мөҙәрис улын хөрмәт итеүен күреүҙәрен билдәләне. Тап шулай икәнлеген әҙип исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәр ҙә дәлилләй. Төбәктә Динис Бүләков исемендәге мәктәп, урам, музей бар. Смаҡ дөйөм белем биреү учреждениеһында яҡшы билдәләргә уҡыған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, спорт ярыштарында еңгән уҡыусыларға уның исемендәге премия тапшырыла, китап уҡыусылар конференциялары ойошторола. Быйыл яҙыусы ижадына арналған республика Интернет-конкурс үткәрелде. Тәүгә генә уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, ул Башҡортостандың төрлө төбәгенән бик күп уҡыусыны йәлеп итте. Юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән уҡыусыларҙы бүләкләү тантанаһы ойошторолдо. Бүләкләнеүселәр араһында башҡорт әҙәбиәтендә сағыу эҙ ҡалдырған яҙыусының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә етди көс һалғандары өсөн республиканың Мәҙәниәт министрлығы Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған яҙыусы исемендәге музей директоры Нәсимә Суҡбаева, Яҙыусылар берекмәһе Рәхмәт хатын алыусы мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдинова, Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов һәм мәктәп директоры Мораҙым Шаһманов та бар ине.
Динис Мөҙәрис улының иҫтәлеген һаҡлау, уның прозаһын таратыу буйынса яҡташтары менән бергә әсәләренең эшен ҡыҙҙары Миләүшә, Зөһрә һәм Ләйсән етди эш алып бара. Хәтер кисәһен ойоштороу һәм үткәреүгә лә күп көс һалдылар. Һүҙ бирелгәндәрҙең бөтәһе лә үҙенең сығышында был хаҡта һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡорт яҙыусыһының “Ғүмер бер генә” һәм “Килмешәк” исемле романдары төрөк теленә тәржемәлә нәшер ителеүе хаҡында филология фәндәре докторы Нигяр Ҡалҡан һөйләне. Яҙыусы ижады уның докторлыҡ диссертацияһы өсөн төп тема булған.
Динис Бүләковтың ижадташ дуҫтары әҙиптең ойоштороу һәләтен, талантын, ҡаһарман йөрәкле, изге күңелле, кешелекле, ярҙамсыл булыуын билдәләне. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә уның башҡорт прозаһының сағыу йондоҙо булып балҡыуын, уның әҙәби геройҙары яҙмыш өйөрмәләрендә аҙашып ҡалғандарға юл күрһәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яҡташтары исеменән сығыш яһаған район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов яҙыусы әҫәрҙәрендәге иң яҡшы персонаждарҙан өлгө алып, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә саҡырҙы. Смаҡ мәктәбе уҡыусылары, мәҙәниәт йорто үҙешмәкәрҙәре, “Нөгөш ынйылары” фольклор ансамбле коллективы (етәксеһе Гөлсөм Хисаметдинова) әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барған кисәнең төп лейтмотивы ла шул ине: йондоҙҙарға ҡарап йәшәргә!
Лена БАРЫЕВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: