Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева төбәктә ҡулланылған цифрлы технологияларҙың уңыштары хаҡында һөйләне. Бөгөн республикала 100 процент эре мал идентификацияланған, алты меңдән ашыу бал ҡорттары күстәре теркәлгән. Һатып алыусылар телефондағы ҡушымта ярҙамында балдың ҡайҙа һәм ҡасан етештерелгәнен белә ала. Белгестәр әйтеүенсә, тап ошондай алымдар ярҙамында балдың экспорт кимәлен арттырырға мөмкин. Башҡорт балы Рәсәйҙән ситтә лә билдәле. Республикала йылына 12 мең тонна бал етештерелә.