Ренат Фәтҡуллин мәләүездәр өсөн яҡшы таныш. Айырыуса йәштәр һәм төбәктең педагогия берләшмәһе уны һәйбәт белә. Ул сығышы менән Томансы ауылынан. Салауат педагогия колледжын, Башҡорт дәүләт университетын, аспирантураһын тамамлай. Хеҙмәт биографияһын Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында башлай. Шулай уҡ Башҡортостан технологиялар һәм идаралыҡ институтында (Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идаралыҡ университеты) эшләй. Үҙ һөнәрен яратҡан, эҙләнеүсән һәм даими камиллыҡҡа ынтылған белгес - 2007 йылдан Өфө дәүләт авиация-техник университетының тарих һәм философия кафедраһында өлкән уҡытыусы. Баш ҡалала йәшәһә лә, тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй. Күптән түгел ул беҙҙең редакцияла ҡунаҡта булды һәм уның менән һөйләшергә форсат тыуҙы.
- Ренат Рәшит улы, һеҙҙе ял һәм байрамда ғына түгел, эш көндәрендә лә районда даими осратырға тура килә. Ниндәй маҡсат йөрөтә һеҙҙе?
- Һуңғы осорҙа иң һәләтле, алдынғы уҡыусыларҙың сит төбәктәрҙәге юғары уҡыу йорттарына инеү күренеше йышайҙы. Билдәле инде, уларҙың күбеһе, диплом алғас, үҙенең йәшлек эҙҙәрен һаҡлаған ҡалала ҡала, сит милләт вәкилдәре менән ғаилә ҡора. Белемен, мөмкинлеген, көсөн шул төбәккә бағышлай. Уларҙы ситкә ебәрмәү, дөрөҫөрәге генофондты һаҡлау теләге район-ҡалаларға сығып, үҙебеҙҙең уҡыу йорто тураһында һөйләргә, сығарылыш уҡыусылары менән осрашыуҙар үткәрергә мәжбүр итә. Мин, Мәләүездең патриоты булараҡ, йыл һайын ҡайтып, йәштәр менән әңгәмәләр үткәрәм.
Быйыл 9-сы башҡорт гимназияһында 9-сы, 11-се класс уҡыусылары менән осраштым. Шулай уҡ Һарыш, Нөгөш мәктәптәрендә булдым.
- Өфө дәүләт авиация-техник университеты - республиканың абруйлы һөнәри белем биреү учреждениеларының береһе. Унда уҡырға теләүселәргә бер ҡасан да ҡытлыҡ булманы. Был осрашыуҙарҙың маҡсаты студенттарҙы күпләп йәлеп итеү генә түгелдер бит?
- Дөрөҫ, беҙҙең төп маҡсат - республикабыҙҙың төпкөл район-ҡалаларынан уҡыусыларҙы ылыҡтырыу. Киләсәктә университетҡа ауыл мәктәптәренән күберәк килеүен теләйбеҙ, сөнки ауыл балалары үҙаллыраҡ, сыҙамлыраҡ булыуы, эштән, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмауы менән айырыла. Физик һәм әхлаҡи яҡтан да көслөрәк. Быны студенттарҙың ГТО нормаларын тапшырыу һөҙөмтәләре лә күрһәтте. Тап шундайҙарҙан бына тигән белгестәр сыға тигән һығымтаға килдек.
- Ауыл мәктәптәренән ҡыҙыҡһыныусылар булдымы һуң? Осрашыу ваҡытында улар ғәҙәттә ниндәй һорауҙар бирә?
Дауамын гәзиттең 45-се һанында уҡығыҙ.