Шәрип ауылы халҡы өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Ҡарҙар иреү менән барыһы ла йорт-тирәләрен йыйыштырырға тотондо, һуңынан урамдағы сүп-сар йыйылды. Ошо көндәрҙә шәриптәр тағы йыйылды. Был юлы изге Рамаҙан айында улар ата-олатайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ ятҡан зыяраттың кәртәһен буяны. Был эште ойоштороуҙа бигерәк тә ауыл советы депутаттары Нәзирә Ҡырымсурина, Фалих Йыһаншин, Рим менән Алмира Ҡырымсуриндар ҙур әүҙемлек күрһәтте.
Зыярат изге урын, әгәр ҙә ул тәртиптә тотолһа, ҡаралған булһа, унда мәңгегә йоҡоға талған яҡындарыбыҙ алдында бурыстарыбыҙ үтәлгән булыр, үҙебеҙ ҙә күңел тыныслығы алырбыҙ.