Өс ай дауамында “Комсомолка” уҡыусылар республиканың иң яҡшы университетын, институтын, техникумын, колледждарын һайланы. Быйыл унда 70 уҡыу йорто ҡатнашты. Сара февралдә башланды һәм апрель аҙағында тамамланды. Ошо дәүерҙә үҙенең яратҡан белем биреү учреждениеһы өсөн республиканан 6177416 кеше тауыш бирҙе. “Иң яҡшы һөнәри колледж” номинацияһында бөтәһе 40 уҡыу йорто көс һынашты. Һөҙөмтәлә беҙҙең күп профилле колледж еңеп сыҡты!