“Былтыр көтмәгәндә тормош иптәшем ауырып китте. Үҙәк район дауаханаһы хирургы Самат Әйүпов сирҙе тиҙ, аныҡ билдәләне, операция кәрәклеген әйтте һәм үҙе үк уны уңышлы атҡарҙы. Артабан иремә сифатлы дауалау тәғәйенләне, тейешле консультация бирҙе һәм кәңәштәре менән ярҙам итте. Алда уны тағы бер операция көтә ине. Врач уны ла юғары һөнәри кимәлдә үткәрҙе. Әлеге ваҡытта ирем тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Уның ғүмерен һаҡлап алып ҡалғандары һәм был донъяла үҙенең эшен белгән, уға намыҫ менән ҡараған врачтарҙың булыуына ышандырғандары өсөн Самат Салауат улына, бүлексәнең бөтә хеҙмәткәрҙәре һоҡланыу тыуҙырҙы".