ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 15:18

Яҡты маяҡ кеүек тормош юлы

Райондың Денис ауыл биләмәһенән (элекке Трясино) һуғыш башланғас Ҡыҙыл Армия сафына 226 кеше алына. Богородское ауылындағы Дан монументында яуҙа башын һалған 104 кешенең исеме сүкеп яҙылған.

Райондың Денис ауыл биләмәһенән (элекке Трясино) һуғыш башланғас Ҡыҙыл Армия сафына 226 кеше алына. Богородское ауылындағы Дан монументында яуҙа башын һалған 104 кешенең исеме сүкеп яҙылған.
Бөгөн биләмәлә бер генә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны теркәлгән. Александр Сергеев Мәләүездә ҡыҙында йәшәй. Йәй көнө генә тыуған ауылы Михайловкаға ҡайта. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан яугир һәр ваҡыт күтәренке рухта, хәтере лә яҡшы. Шуға ла ул - мәктәптең йыш ҡунағы. Уҡыусылар уның менән әңгәмәләшергә, тыңларға ярата. Трясино мәктәбендә ветеран тураһында бай материал тупланған.
Александр Ипполитович 1924 йылда тыуған. Үҙ ауылында башланғыс класты тамамлағас, 7 километр ара йөрөп, Богородскиҙа ике йыл уҡый. Коллективлашыу осорон, аслыҡ йылдарын яҡшы хәтерләй ул. Атаһы менән бергә иген иккән мәлдәрҙе һағынып иҫкә ала. Фронтҡа 61 кеше алына, шуның 31-нә генә кире әйләнеп ҡайтырға насип була.
Александр Сергеев 1942 йылдың 8 сентябрендә һуғышҡа китә. Был ваҡытта уға 17 йәш кенә була. Өфөлә кесе сержанттар мәктәбендә күнекмә үтә. Украина, Белоруссияны, Польшаны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша, ике тапҡыр яралана. Еңеүҙе госпиталдә ҡаршы ала. Төнгө сәғәт икелә ҡыуаныслы хәбәрҙе алғас, өс ҡатта ятҡан яралылар “ура” ҡысҡырғанын бөгөнгөләй иҫләй ул. Тыуған төйәгенә 1945 йылдың 5 июлендә әйләнеп ҡайта.
Александр Ипполитовичты бесән ташыған оло йәштәге ир ҡаршы ала. Күреү менән: “Тәүге һалдат ҡайтты!”, - тип ҡыуанғанын да яугир яҡшы хәтерләй.
Ҡайтыу менән башҡа фронтовиктар менән бергә дөйөм хужалыҡты тергеҙеүгә тотона. Ырҙында ла, баҫыуҙа ла көс түгә, ура ла, һуға ла, игә лә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ҡушылған эште намыҫ менән үтәй.
Читайте нас: