ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
20 Июнь 2019, 17:50

Президент Указға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путин иҫерек водитель ғәйебе менән үлемесле юл фажиғәһе өсөн енәйәт яуаплылығын көсәйтеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путин иҫерек водитель ғәйебе менән үлемесле юл фажиғәһе өсөн енәйәт яуаплылығын көсәйтеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, юл-транспорт ваҡиғаһында һаулыҡҡа ауыр зыян килтерелгән осраҡта иҫерек водителгә 3-7, кеше ғүмере өҙөлһә, 5-12 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. Ике һәм унан да күберәк кеше һәләк булған өсөн «иҫерек» юл-транспорт ваҡиғаларында ғәйеплеләргә 8-15 йыл ҡаралған. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 2-се, 4-се һәм 6-сы бүлектәренә тейешле төҙәтмәләр индерелде. Бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 263-сө статьяһына төҙәтмәләр менән йәмәғәт, тимер юл, һауа, диңгеҙ һәм эске һыу транспорты менән идара итеүселәргә лә санкциялар көсәйтелә.
Читайте нас: