Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары Рөстәм Кантимеров, ветерандар Союзы рәйесе Александр Кузнецов егет-ҡыҙҙарға аҡ юл, уңыштар теләне. Уҡыу йорто директоры Лилия Садиҡова уҡыуҙа юғары уңыштарға өлгәшкәндәргә документтар тапшырҙы.