Конгэк
-1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
11 Июль 2019, 16:11

Һағынып ҡайттыҡ тыуған яҡтарҙы!

Яңыраҡ райондың боронғо ауылдарының береһе булған Ҡотошта “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙҙы. Бындай сара һуңғы тапҡыр 15 йыл элек ойошторолған. Байрам алдынан ауыл танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе: уңған халыҡ ҡунаҡ көткәндә донъяһын айырыуса тырышлыҡ менән биҙәне. Ҡотошҡа 1735 йылда нигеҙ һалынған, тимәҫһең. Урамдарҙа асфальт, заманса өйҙәр араһында ике ҡатлылары ла күренә. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Мөхтәр Йосопов әйтеүенсә, ауылда 600-ҙән ашыу башҡорт, татар, урыҫ, әрмән, үзбәк милләтле халыҡ татыу, дуҫ, тыныс йәшәй. Мәҙәниәт йорто бар. Ҡотош, Моҡас, Айтуғандан утыҙлап бала башланғыс мәктәптә белем ала. Әйткәндәй, яҡындан 150-гә яҡын күп балалы ғаиләгә торлаҡ төҙөр өсөн ер участкалары биргәндәр.

Яңыраҡ райондың боронғо ауылдарының береһе булған Ҡотошта “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙҙы.
Бындай сара һуңғы тапҡыр 15 йыл элек ойошторолған. Байрам алдынан ауыл танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе: уңған халыҡ ҡунаҡ көткәндә донъяһын айырыуса тырышлыҡ менән биҙәне. Ҡотошҡа 1735 йылда нигеҙ һалынған, тимәҫһең. Урамдарҙа асфальт, заманса өйҙәр араһында ике ҡатлылары ла күренә. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Мөхтәр Йосопов әйтеүенсә, ауылда 600-ҙән ашыу башҡорт, татар, урыҫ, әрмән, үзбәк милләтле халыҡ татыу, дуҫ, тыныс йәшәй. Мәҙәниәт йорто бар. Ҡотош, Моҡас, Айтуғандан утыҙлап бала башланғыс мәктәптә белем ала. Әйткәндәй, яҡындан 150-гә яҡын күп балалы ғаиләгә торлаҡ төҙөр өсөн ер участкалары биргәндәр.
Ҡунаҡтарҙы ауыл осонда икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡаршы алдылар. Артабан мәҙәни-ял үҙәге директоры Булат Биков, ошо байрамды ойошороусы эшҡыуар Рита Уразимбәтова, Илмир Уразимбәтов, Мөхтәр Йосопов һәм башҡа жюри ағзалары милли аш-һыуҙан мул итеп әҙерләнгән өҫтәлдәргә, ҡул эштәре күргәҙмәләренә баһа бирҙе. Өҫтәлдәге ризыҡтарҙың муллығына ҡарап иҫең китерлек, самауыры шыжлап ултырған сәй өҫтәлендә ит, һөт, ҡамыр аштары янына тәмлекәстәре лә ҡуйылған. Фәүзиә, Тәнзилә Шәриповтар бешергән тәмле бауырһаҡтар бар байрам, туй өҫтәлдәрен биҙәй. Ынйы Иҫәнғолова төҙөгән шәжәрә-стенд жюри ағзаларының иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Ҡунаҡтар Сәлиховтар, Ҡотошевтарҙың өҫтәлендәге үзбәк милли аш-һыуҙарын ауыҙ итте, “Уйна, гармун!” конкурстарында еңеүсе Миҙхәт Сәлиховтың баян бейеү көйҙәре аҫтында күңел асты. Әйткәндәй, музыкант унға яҡын төрлө ҙурлыҡтағы музыка инструменттарын күргәҙмәгә ҡуйған. Күршеләре һорауы буйынса, ул гармун тауышы менән йәйге оҙон матур кистәрҙе йәмләй икән.
Ҡотошта ике фермер хужалығы, пилорама цехы, асфальт, бетон эшләү заводы бар, тротуар плитка етештереүсе Рушат Сәғитов эшҡыуар ауылдаштарына эш урыны булдырған. Тимәк, ауылдың киләсәге бик өмөтлө.
Мул аш-һыу өҫтәле янында тирмә эргәһендә Рәсимә Кинйәбаева, Рәүзилә Атаева, Нурия Зәйнетдинова, Альбина Байғаҙаҡова, Фәйрүзә Яманаева, Миңйыһан Ибәтуллина апайҙың күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡуйылған.
Иман нуры сәскән мәсет янында хажи хәҙрәт Ғәфулла Маликов аят уҡыны. Бында ла күргәҙмә үҙенсәлеге менән айырылып торҙо. 1991 йылданалып ошо көндәргә тиклем ауыл мәсете тарихын сағылдырған бай стенд, ағинәйҙәр әҙерләгән милли кейем өлгөләре һәм башҡа ҡул эштәре һәммәһен һоҡландырҙы. Ауылға нигеҙ һалған Ҡотош Мортазин урамында йәшәгән Флүрә Ҡыуандыҡова, Рәйлә Зәйнәғәбдинова, Миңлегөл Сәлиховалар боронғо һауыт-һаба, ҡул эштәре күргәҙмәһен әҙерләгән.
Байрамды ойоштороуҙа ҙур тырышлыҡ һалған Рита, Илмир Уразимбәтовтар ҙа, шулай уҡ Мәсет урамындағы Хисаметдиновтар, Фазлиәхмәтовтар, Байсаровтар, Ғабдрахмановтар үҙҙәре бай өҫтәл әҙерләгән. Ауылдың иң өлкән кешеләренең береһе Люциә Байсарова йәштәргә изге теләктәр менән фатихаһын бирҙе. Әйткәндәй, юғарыла әйтеп киткән уңғандар ауыл урамдарын тултырып ҡаҙ, өйрәк аҫрай, мал-тыуар көтә.
Дауамын гәзиттә уҡырһығыҙ.
Читайте нас: