Был фотолағы мөләйем йөҙлө апай менән йыл һайын ҡышын бер нисә тапҡыр “Сәләмәтлек” саңғы трассаһында осрашабыҙ. Ул төрлө кимәлдә ойошторолған ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша һәм ветерандар араһында һәр ваҡыт маҡтаулы урындар яулай.
Ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләгән Сәриә Килмөхәмәтова үткән миҙгелде лә уңышлы тамамланы. Физик культура уҡытыусыһы Николай Антошкин иҫтәлегенә уҙғарылған киң күләмле спорт сараһында, “Рәсәй саңғы юлы” ярышында икенсе урынға лайыҡ булды. Бынан тыш, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының X баҫҡысы нормативын үтәп, алтын билдә алды. Ветеран спортсының еңел атлетика буйынса ла һөҙөмтәләре юғары. Былтыр ул илдең 190 ҡалаһы йүгеректәре менән Өфөлә үткән Халыҡ-ара марафонда ҡатнашып, район намыҫын яҡланы.
Журналист булараҡ, эш буйынса бик күп ғаилә альбомдарын ҡарарға тура килә. Башҡаларҙан айырмалы Сәриә апайҙың һәм яҡындарының фотоларының бөтәһе лә тиерлек ярыш барышында йәки маҡтау пьедесталында төшөрөлгән. Уларҙың һәр береһе юбиляр күңелендә иң йылы һәм яҡты хәтирәләр һаҡлай.
Томансы ауылында тыуып үҫкән Сәриә Дәүләтбай ҡыҙының бөтә тормош юлы спорт һәм физик культураға бәйле тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ, моғайын. Бала саҡтан рухи һәм физик ныҡлыҡҡа ынтылған мәҡәләбеҙ геройы урта мәктәпте тамамлап, Ишембай трикотаж фабрикаһында эшләп йөрөгәндә буласаҡ тормош иптәшен осрата. Ғаилә ҡорғас та, бер-бер артлы ике бала тыуһа ла, спортты ташламай ул. Киреһенсә, Сәриә һәм Венер Килмөхәмәтовтарҙың физик культура менән дуҫлыҡтары тағы ла көсәйә. Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, эшләһәләр ҙә, ниндәй генә ярыш ойошторолмаһын, Радик һәм Хәбир улдары менән дүртәүләп, сара уртаһында булалар. Айырыуса химия заводында эшләгән йылдарҙа төрлө кимәлдәге сараларҙа әүҙемлек күрһәтә улар. Ҡатнашып ҡына ҡалмайҙар, ә призлы урындарға лайыҡ булалар. Иванов системаһы буйынса һыуыҡ һыу менән ҡойоноу, ғаилә менән конькиҙа шыуыу, улдарын сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу маҡсатында уларҙы төрлө секцияларға оҙатып йөрөү, ярыштарҙа ҡатнашыу - быларҙың береһе лә эҙһеҙ үтмәй. Яҙмыштың әсе еленә, ҡайғы-хәсрәттәргә бирешмәй, бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәтә уны спорт.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 58-се һанында уҡый алаһығыҙ.