Ерек ауылы фельдшеры Миңлегөл Яманаеваның ниһайәт хыялы тормошҡа аша
Ул тиҙҙән яҡташтарын төҙөкләндерелгән яҡты бинала ҡабул итәсәк.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты бик оҙаҡ йылдар ауыл мәҙәниәт йорто менән “өйҙәш” йәшәй. Дөрөҫөрәге, клубтың 32 квадрат метр майҙанын биләй.
- Республика етәкселегенең һаулыҡ һаҡлау, медицина учреждениеларын төҙөкләндереү мәсьәләһенә өҫтөнлөк биреүе бик ҡыуаныслы. Ауыл халҡының сәләмәтлеген нығытыуға, ФАП-тарҙы ремонтлауға ла иғтибар артты. 1998 йылдан алып эшләйем. Егерме йылдан ашыу ошо осорҙа Ерек фельдшер-акушерлыҡ пунктында ағымдағы косметик ремонттан тыш, бер тапҡыр ҙа ҙур төҙөкләндереү эше үткәрелмәне. Тәҙрә рамдары сереп, ҡойола башлағайны. Ҡышын йүнләп ябылмауы сәбәпле, бүлмә һыуыҡ ине, - ти Миңлегөл Миңлебай ҡыҙы.
Ерек, Түбәнге Таш ауылдарының 200-гә яҡын халҡын хеҙмәтләндергән медпунктта әле төҙөкләндереү эшенең иң ҡыҙған осоро. Һыу, канализация үткәрелә, стена тигеҙләнә. Тәҙрә пластикка алмаштырылған, клубҡа ингән урын бүленгән. Тиҙҙән төҙөкләндерелгән бина яңынан ишеген асасаҡ. Тәжрибәле фельдшер яҡташтарына сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн шарттар булдырылыуына ифрат ҡыуана.