ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
18 Июль 2019, 17:53

Электрон китап ҡағыҙ баҫманы алмаштырырмы?

Яңыса технологиялар тормошобоҙҙоң бөтә өлкәһенә үтеп инде. Көндән-көн яңы техник саралар сафҡа инә, етештереү технологиялары, Интернет мөмкинлектәре әүҙем үҫешә. Электрон журналдар, гәзиттәр барлыҡҡа килеүе лә шуға асыҡ миҫал. Һуңғы йылдарҙа ҡағыҙ китаптарға ҡарағанда цифрлы вариантты уҡыуҙы өҫтөнөрәк күреүселәр артты. Был күренеш йәштәр араһында ғына түгел, ә урта һәм өлкән быуын китап уҡыусылар араһында ла күҙәтелә. Электрон китап ҡағыҙ баҫманы тулыһынса алмаштырасаҡмы?

Яңыса технологиялар тормошобоҙҙоң бөтә өлкәһенә үтеп инде. Көндән-көн яңы техник саралар сафҡа инә, етештереү технологиялары, Интернет мөмкинлектәре әүҙем үҫешә.
Электрон журналдар, гәзиттәр барлыҡҡа килеүе лә шуға асыҡ миҫал. Һуңғы йылдарҙа ҡағыҙ китаптарға ҡарағанда цифрлы вариантты уҡыуҙы өҫтөнөрәк күреүселәр артты. Был күренеш йәштәр араһында ғына түгел, ә урта һәм өлкән быуын китап уҡыусылар араһында ла күҙәтелә.
Электрон китап ҡағыҙ баҫманы тулыһынса алмаштырасаҡмы?
Уҡырға яратҡан бер нисә замандашыма ошо һорауҙы бирҙем. Берәүҙәр киләсәктә цифрлы китап ҡағыҙ вариантты ҡулланыуҙан тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығара тип иҫбатлаһа, икенселәр баҫма китап бер ҡасан да юғалмаясаҡ, тип иҫәпләй.
Шәхси китапханаһында меңдән ашыу баҫма булған педагогия хеҙмәте ветераны Гөләрә Сафуанова яңы сыҡҡан китаптарҙы күберәк электрон вариантта уҡый. Шулай ҙа ҡағыҙ китаптарҙың өҫтөнлөгө күберәк, тип һанай.
- Яҙыусыларҙың яңы әҫәрҙәрен Интернеттан уҡырға әүәҫләнеп алдым. Хәҙер күптәр үҙенең шиғырын, хикәйәләрен, иң беренсе, социаль селтәрҙәргә урынлаштыра. Тик миңә мониторҙан уҡыған мәғлүмәт тиҙерәк онотолған кеүек. Тәьҫораттар ҙа күңелгә лә үтеп инмәй, тетрәндермәй ҙә. Оҡшаған шиғырҙы ятлап алайым тиһәң, иҫтә лә ҡалмай. Ни тиклем маҡтаһалар ҙа, ҡағыҙ китапҡа етмәй. Уны теләгән ваҡытта, төрлө урында - баҡсала, урамда, тәбиғәттә - уҡырға була. Ә электрон китапты уҡыр өсөн тейешле шарттар кәрәк. Мәҫәлән, ноутбук, компьютер, планшет кеүек ҡоролма мотлаҡ. Шулай уҡ энергия сығанағы, уны даими рәүештә тулыландырып тороу мөһим. Көсө бөтһә, тәбиғәттә, баҡсала, юлда уҡыу мөмкинлеге булмаясаҡ. Шуға күрә саң йыя, күп урын ала тип кенә ҡағыҙ китапты сығарып ташлау йәки яғыу аҡылһыҙлыҡ, тип уйлайым.
Читайте нас: