“Башкиравтодор” ойошмаһы филиалы Восток менән Йомағужа араһындағы 3,9 километр арауыҡтағы юлға (Мотай ауылы боролошона тиклем) капиталь ремонт эшләй башланы. Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы мастеры Радик Ғәлиевтың 8 кешенән торған бригадаһы үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Бында Пётр Суслов, Андрей Горсткин, 20 йылдан ашыу юл төҙөлөшөндә эшләгән Ғәфүр Хәлиуллиндың аҙ ғына туҡтап ял итергә лә ваҡыттары юҡ. 5 километрға һуҙылған Түләк - Һамар - Ивановка - Ҡыҙрай юлында ла ҡырсын түшәү тамамлана, ошо аҙнала объект тапшырыласаҡ.
Район Хакимиәте белгестәре әйтеүенсә, Романовка - Антоновка арауығында асфальт япмаһын яңыртты. 4 миллион 862 мең һумға барып төшкән ике километр оҙонлоҡтағы ремонт эшен эшҡыуар Андрей Герасимов ойошмаһы атҡарған.