“Милли проект”тар араһында ауыл халҡының һаҡлығын һаҡлау мөһим урын биләй. Шуға бәйле яңы ФАП-тар төҙөү, күсмә медицина комплекстары булдырыу күҙаллана.
“Ауыл докторы” программаһы ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып Мәләүез дауаханаһынан 13 врач ҡатнашты, шуның 7-һе әлеге ваҡытта эшмәкәрлеген дауам итә, “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса 2 фельдшер Васильевка һәм Тамъян ауылдарында эшләй.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығына модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөүгә заявка бирелде. Шулай уҡ Самойловкаға модулле фельдшер пункты, ә Нордовкаға дөйөм практика врачы модулле офис килеүе көтөлә.