Күп белһәң, тиҙ ҡартайырһың тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа.
Ошо һүҙҙәрҙә бер ни тиклем дөрөҫлөк бар. Ысынлап та, бөгөнгө тормош, беҙҙе уратып алған мөхит, ашаған ризығыбыҙ, кейгән кейемебеҙ хаҡында ни тиклем күберәк белһәң, шул тиклем хәүефлерәк булыуын тояһың. Ә ҡурҡыу тойғоһо, һәр төрлө стресс, күңел төшөнкөлөгө ҡаты сир кеүек кеше организмын хәлһеҙләндереүгә дусар итеүен һәр кем белә.
Быға тиклем көнкүрештә даими рәүештә ҡулланған “Белизна”ның организмда яман шеш күҙәнәктәрен уятыуы тураһында уҡығас, унан баш тарттым. Кер йыуыу порошоктарына ла талапсанға әйләндем. Йәнәһе лә уларҙың бөтәһе лә төрлө ауырыуға юлыҡтырған химик берләшмәләрҙән тора.
Кемдер, һәр кешелә үҙен һаҡлау инстинкты булырға тейеш инде, тиер. Эйе, килешәм. Һәр кем Аллаһу тәғәлә биргән ғүмере, һаулығы өсөн үҙе яуаплы, әммә һәр нәмәнән ҡурҡыу, шикләнеү, өмөтһөҙлөккә бирелеү ҙә яраған эш түгел.
Күп уҡыған, күп белгән оло йәштәге бер танышым бар. Торғаны менән энциклопедия инде. Йәш саҡтан уҡ мауығыуҙары, яратҡан шөғөлдәре бик күп булған уның. Нимә тураһында һөйләшһәң дә, мәғлүмәтле, төплө белемле булыуы менән айырыла ине. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ике бүлмәле фатирында күпләп гөл үҫтереү менән мауыҡты. Өйө йәйен-ҡышын аллы-гөллө сәскәгә күмелер ине. Магазиндарҙан да, баҙарҙан да, яҙҙырып алып та үрсетте ул гөлдәрҙе.
Ҡытайҙарҙың фэн-шуй тәғлимәте йәшәйешебеҙгә ныҡлы үтеп ингәс, гөл яратыусы танышым яртыһынан күберәк үҫентеләренән ҡотолдо. Үрмәле, сыбар йәки осло япраҡлы гөлдәрен һауыты менән сығарып быраҡтырҙы, һатҡанын һатты, бүләк иткәнен бүләк итте. Бик мауыҡты фэн-шуй менән. Быға тиклем тыныс ҡына, үҙ яйы менән генә йәшәгән ханым донъяһының аҫтын өҫкә килтерҙе.
Ҡасандыр аралашыуы ҡыҙыҡ булған был оло йәштәге апай менән оҙаҡламай бер кем дә һөйләшкеһе килмәй кеүек тойолдо, сөнки ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, эргә-тирәһендәгеләрҙе яңыса йәшәргә өйрәтте, үҙ фекерен көсләп таҡты. Тиҙҙән ул үҙен бөтә нәмәнән сикләүҙән, ҡурҡыуҙан, бөтмәҫ шикләнеүҙәрҙән депрессияға бирелде. Был хәл-торошонан дини китаптар, доға уҡып ҡына ҡотолдо.
Әҙәмде был донъяла һәр саҡ ниҙер һағалай, әммә уны һәр саҡ ниҙер аралай ҙа. Һағалаусыһы Әжәл булһа, аралаусыһы - Аллаһ үҙе. Шикләнергә, өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай. Шикләнеү Аллаһу тәғәләгә шик белдереү менән бер. Ғүмер бөтмәһә, һаҡсы фәрештәләр һәр ваҡыт бәндәнең янында була.