Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
2 Август 2019, 15:40

Сәскәләр - тормош биҙәге

,,Йәшәр өсөн ҡояш, ирек һәм кескәй генә сәскә кәрәк”,- тигән бөйөк әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен. Эйе, улар - тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ юлдашы. Сәскәләр донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, яманһыу ваҡытта кәйефте күтәрергә ярҙам итә.

,,Йәшәр өсөн ҡояш, ирек һәм кескәй генә сәскә кәрәк”,- тигән бөйөк әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен. Эйе, улар - тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ юлдашы. Сәскәләр донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, яманһыу ваҡытта кәйефте күтәрергә ярҙам итә.
Хуш еҫле, сағыу гөлдәр үҫтереп ишек алдарын матурлыҡҡа күмгән хужабикәләр күп Һабашта. Ҡайһыһының генә ишек алдына күҙ һалма, аллы-гөллө түтәлдәр, тирә-яҡҡа нур һибеп, балҡып, ултыра. Гөл - сәскәгә тулған ихата йорт хужаларының тырыш һәм тынғыһыҙ булыуына, уларҙың гүзәллек яратыуына ишара.
Матурлыҡҡа ғашиҡ ауылдаштарҙы асыҡлап китеү маҡсатында ауыл клубында “Сәскәләр-тормошо биҙәге” исемле байрам үткәрҙек. Был сараны ойоштороу алдынан фотоконкурс иғлан иттек. Ярышта барлығы 24 хужабикә ҡатнашты. “Иң матур сәскәле ихата” номинацияһында Гөлшат Игбаева, Райхана Ишкинина, Клара Игбаева, Гүзәл Сәғитова еңеп сыҡты. Башҡа номинацияларҙа Мөнирә Бикбулатова, Әлфинур Буранбаева, Ғәмирә Ғәфурова, Нәғимә Тимерова, Нурия Шәнгәрәева, Рәмзиә Биҡҡошова, Зөлфиә Игбаева үҙҙәрен оҫта сәскә үҫтереүсе хужабикә булараҡ иҫбатланы. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан Фәһиә Солтанова, Венера Яппарова, Мәүлиҙә Игбаева һәм Бәһирә Бикбулатова инәйҙәребеҙ ҙә йәштәргә өлгө булып тора. Уларҙан был донъя биҙәктәрен үҫтереү буйынса төшөнөп, күп нәмәгә өйрәнеп була.
Байрам барышында конкурста ҡатнашыусы сәскә һөйөүсе хужабикәләр бүләкләнде. Сара моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Тема буйынса викторина үткәрелде, ололар һәм балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо.
Сараны үткәреүҙә ярҙам иткән бағыусыларыбыҙ Салауат исемендәге колхоз рәйесе Сибәғәт Ғәйнуллинға һәм “Сәләм” магазины хужаһы Любовь Хәйерваринаға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Тормошобоҙҙо гөлдәргә күмгән ҡатын - ҡыҙҙарға ла матур теләктәребеҙҙе еткерге килә. Киләһе йылдарҙа ауылыбыҙҙа сәскәле ихаталарҙың һаны тағы ла артыр, ошондай маҡсатта ойошторолған сара ла йолаға әйләнер, тип ышанабыҙ.
Лилиә ҒӘББӘСОВА, Һабаш ауылы мәҙәни саралар ойоштороусыһы.
Һүрәттә: Сәскә күңелле халыҡ йәшәй Һабашта.
Автор фотоһы.

Читайте нас: