- Анау ағай һиңә текләй...
Телефонында соҡоноп ултырған әхирәттең минең һүҙҙәргә артыҡ иҫе китмәй. Һирпелеп кенә һәйкәл ише ҡатып торған ағайға ҡарап ала ла йәнә экранына ҡаплана. Мин иһә һаман ныҡышам:
- Кем ул? Баянан бирле һиңә ҡарай бит.
- Әсәйҙең беренсе мөхәббәте. Мине уның йәш сағына оҡшата. Шуға текләй, - бышылдап ҡына әсәһе менән әлеге шул ағайҙың мөхәббәте хаҡында һөйләп ала ла эше буйынса китеп тә бара. Мин хисләнеп ултырған арала ағай ҙа юҡҡа сыға.
Байтаҡ олоғайып, инде таяҡҡа ҡалған ирҙең әхирәтемә текләп тороуын яңынан күҙ алдыма баҫтырам да уның мөлдөрәмә моңһоу ҡарашын тағы бер күрмәксе булып тышҡа сығам. Ул таяғына таянып, яйлап ҡына ҡапҡаға ыңғайлай. Һөйләшеп китәбеҙ. Уртаҡ хәбәр донъя, тормош ығы-зығыһы хаҡындараҡ бара ла, әлеге шул әхирәтемә, унан инде әсәһенә барып бәйләнә. Әле генә сир-сырхауға зарланып барған ағай, хәбәре тәүге һөйөү хистәрен һаҡлаған йәшлек йылдарына барып төртөлгәс, оторо йәнләнеп, елкенеп китә. Оҙаҡ ҡына бергә атлайбыҙ. Ул тәүге йәренә ғашиҡ булып йөрөгән саҡтарын кинолағы кеүек итеп һөйләй, уның һөйләгәндәренән хатта үҙем дә шулар янында йөрөгәндәй булып китәм. Ҡайҙа осрашҡандар, нисек танышҡандар, ул ҡыҙ ниндәй кейемдә булған - барыһы ла хәтерендә ағайҙың! Үҙе иһә шуларҙы һөйләгәндә хас бер йәш елкенсәк ише дәртләнеп китә. Булдыра алһа, ҡулындағы таяғын атып бәрер ҙә, тороп сабыр ине шул йәшлек таңына, ҡапҡа төбөндә үҙен көтөп ултырған аҡ күлдәкле, оҙон сәсле теге ҡыҙ янына... Ағай үкенгәндәй итеп һуҙҙы:
Үҙенә әллә күпме әрнеү һыйҙырған ҡыҫҡа ғына ошо һүҙ күңелемдең аҫтын өҫкә килтерҙе.
Кеше үҙ тормошондағы әллә ниндәй хәл-ваҡиғаларҙы ла онота ала, тик беренсе мөхәббәтен генә онота алмай, ғүмере буйына күңелендә һаҡлап йөрөтә, тиҙәр бит. Дөрөҫтөр...