Яҡын ауылдарҙың береһендә һарай янында ут сығып, 600 бесән бәйләменән көл генә ҡала. Ямғырһыҙ йылда сабып саҡ еткергән мал аҙығынан ҡолаҡ ҡағыу аяныс, әлбиттә. Һарайҙың ҡыйығы ла зарар күрә.
“Ҡыҙыл әтәс” өс мунсаға ла ҡунған. Берәүһе тулыһынса янып бөтһә, икәүһенең ҡыйығы зыян күргән. Һәләк булыусылар, йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Ике осраҡта янғын сәбәптәре электр сымының иҫке булыуынан килеп сыҡҡан, ҡалғандары асыҡлана.