ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
9 Август 2019, 12:22

“Партизан” муллаларҙан аттестация үткәреп кенә ҡотолоп була

Мәләүез ҡала мәсетенә яңы имам-хатип тәғәйенләнеүе етди шау-шыу тыуҙырҙы. Айырыуса социаль селтәрҙәрҙә ҡаршылыҡлы фекер яңғыраны.

Мәләүез ҡала мәсетенә яңы имам-хатип тәғәйенләнеүе етди шау-шыу тыуҙырҙы. Айырыуса социаль селтәрҙәрҙә ҡаршылыҡлы фекер яңғыраны.
Мосолмандарҙың иң мөһим байрамдарының береһе Ҡорбан ғәйете алдынан беҙгә Айнур РАФИҠОВ менән осрашып һөйләшергә насип булды.
- Айнур Азамат улы, иң беренсе, гәзит уҡыусыларын ҡыҫҡаса ғына үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
- Нәҫел тамырҙарым Күгәрсен районынан, ә сығышым менән Мәләүездәнмен. Ошонда тыуҙым, үҫтем, 3-сө гимназияла уҡыным. Башланғыс дини белемде лә тыуған ҡаламдың бер быуаттан ашыу бай тарихы булған мәсет нигеҙендә алыуым менән ғорурланам. Уны уңышлы тамамлап, уҡыуымды Пермь һәм Шиһабетдин Әл-Мәржәни исемендәге Ҡазан ислам колледждарында дауам иттем. Артабан Мысырҙа “Әл-Әзһәр” халыҡ-ара университетында белемемде камиллаштырҙым. Хеҙмәт биографиямды ғәрәп теле уҡытыусыһы булып башланым. Мәләүез ҡала мәсетенә имам-хатип итеп тәғәйенләнгәнсе, Күгәрсен районы Йомағужа ҡасабаһы, Нуҡай ауыл мәсеттәрендә ошо вазифаны башҡарҙым. Эшмәкәрлегемде Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса алып барам һәм башҡорт дини ғалимдары тәжрибәһен ҡулланам. Өйләнгәнмен, Сөләймән һәм Сафия исемле улым һәм ҡыҙым бар.
- Һеҙ етәкләгән мәсет һәм мөхтәсибәт тураһында тәүге тәьҫораттарығыҙ һәм киләсәккә ниәттәрегеҙ ниндәй?
- Үрҙә әйтеп китеүемсә, Мәләүез йәмиғ мәсетенең тарихы бик бай. Ул 1908 йылда төҙөлгән, уны асыу тантанаһында күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы Зәки Вәлиди ҡатнашыуы ғына ни тора!? Ғибәҙәт йортоноң матур традициялары бар, киләсәктә лә, иншалла, дауам итер. Шулай уҡ башҡараһы эштәр ҙә байтаҡ, халыҡты, айырыуса йәштәрҙе иман юлына күндереү, әхлаҡи тәрбиә биреү, үҙ-ара һәм милләт-ара татыулыҡ булдырыу йүнәлешендә эшмәкәрлек алып барыу мөһим.
Мәсет биләмәһендә 2013 йылда төҙөлә башлаған мәсеттең яҙмышы ла ҡыҙыҡһындыра торғандыр. Күптән түгел мәхәллә йыйылышы үткәреп, төҙөлөш буйынса яуаплы кеше тәғәйенләнек. Хәҙер Әхмәр хәҙрәт Ильясов эске, тышҡы биҙәү, электр, һыу, газ үткәреү эштәренең, дөйөм төҙөлөштөң үтәлешен контролдә тотасаҡ.
Дини мәжлестәрҙә тейешле алып барыу, йолаларҙы үтәүҙе тәьмин итеү маҡсатында хәҙрәттәр аттестация үтә, уларға махсус танытма бирелә башланы. Әле ундан ашыу кеше был һынауҙы үтте, был эш киләсәктә лә дауам итәсәк. Сервис булдырырға теләйбеҙ, унда никах тантаналарын, сабыйға исем ҡушыу ваҡиғаларын видеоға төшөрөп, бүләк итәсәкбеҙ. Бынан тыш, мохтаждарға ярҙам итеү йөҙөнән “Кейем банкы” булдырырға уйлайбыҙ.
- Ҡала мәсете ҡарамағында ғәрәпсә уҡытыу башланғыс мәктәбе эшләй. Күп кенә гәзит уҡыусыбыҙҙы уның киләсәккә пландары ҡыҙыҡһындыра.
- Мәҙрәсә артабан да эшләйәсәк. Шул уҡ программа буйынса шул уҡ уҡытыусылар 1 октябрҙән үҙ эшен башлаясаҡ.
- Мөхтәсибәткә ҡараған ауыл мәсеттәре әлегә райондың дини тормошонда бик ҡатнашып барманы. Киләсәктә хәл үҙгәрерме?
- Мөхтәсибәткә бөтәһе 23 мәсет ҡарай. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин ҡатнашлығында йыйылыш үткәрҙек. Ауыл мәсеттәре имам-хатиптары менән артабан тығыҙ бәйләнеш булдырасаҡбыҙ. Уларҙың квалификацияһын күтәреү, отчет бирергә ярҙам итеү, төрлө сараларға ылыҡтырыу мөһим.
-Быйылғы Ҡорбан ғәйете мәләүездәр күңелендә нимәһе менән иҫтә ҡаласаҡ?
- Йылдағыса байрам айҡанлы иртәнге 9-ҙа Ғәйет намаҙы уҡыла. Унан һуң мосолмандарға ҡорбан итенән бешерелгән былау тәҡдим ителәсәк. Бынан тыш, күргәҙмә-йәрминкә, мехенди (ҡына менән һүрәт төшөрөү) буйынса оҫталыҡ дәресе була. Шулай уҡ төрлө милләттәр араһында татыулыҡ, берҙәмлек, хеҙмәттәшлек һәм толерантлыҡ йөҙөнән бөтә балалар өсөн “Дан” ял һәм мәҙәниәт паркында бушлай батутта һикереү ойошторола. Был көндә һәр кем Аллаһы тәғәләнең ризалығына өмөт итеп, бер-береһенә мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ, күрһәтергә тейеш.
Форсаттан файҙаланып, район-ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын изге байрамыбыҙ менән ҡотлайым! Изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар, күңел тыныслығы, рухи ныҡлыҡ, татыулыҡ теләйем. Бөтә ғаләмдәр раббыһы Аллаһҡа маҡтауҙарыбыҙ булһын!
Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Читайте нас: