Август нимәһе менән йәмле? Иң беренсе, әлбиттә, баҡсалар, ихаталар, болондар сәскәгә күмелеүе менән! Емеш-еләк, йәшелсә өлгөрөүе менән!
Тап ошо айҙа ҡалала бик матур сара үтә. Ул Сәскә байрамы тип атала.
Ул - иң матур, сағыу һәм күңелле сараларҙың береһе
Шулай итеп, сәнәғәт предприятиелары араһында беренсе урынды Һөт-консерва комбинаты коллективы яуланы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар буйынса 2-се торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау участкаһы еңеүсе булды. Сауҙа предприятиеларынан Үҙәк баҙар, ә социаль өлкә учреждениеларынан ҡала мәҙәниәт һарайы алдынғылыҡты бирмәне.
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә һуңғы йылдарҙа үҙҙәре йәшәгән йорт алдын төҙөкләндереүгә күберәк иғтибар бирә башланы. Был йәһәттән “Торлаҡ хужалығы идарасы компанияһы” йәмғиәте хеҙмәтсәндәре лә тырышлыҡ һала. Был категорияла Маяковский урамы, 23 (Татьяна Хлопотова), 2-се торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау участкаһына ҡараған Октябрь урамы, 5 (Нина Конарева), “Дом-сервис” йәмғиәтенән Яр урамы, 36 (Надежда Макарова) беренсе урынға лайыҡ булды. Матурлыҡ тыуҙырыусылар, гүзәллек һөйөүселәр адресына бик күп йылы һүҙ әйтелде. Иң яҡшы үҙешмәкәрҙәр уларға иң матур сығышын бүләк итте.