Күптән түгел “Башавтотранс”тың Мәләүез филиалы 10 яңы автобус ҡабул итте. Улар ҡала - ара һәм ҡала яны маршруттары буйынса йөрөйәсәк. Маҡсатлы программа буйынса, автобустар күрше район үҙәктәре (Күмертау, Салауат, Федоровка, Иҫәнғол, Мораҡ) менән бәйләнеш өсөн бүленде.
“Нефаз” автобусы пассажирҙарҙы Күмертау - Ҡаҙан һәм Мәләүез - Өфө маршруттары, ә “Форд Транзит”тар Ырымбур - Өфө, Күмертау - Өфө, Мәләүез - Күмертау һәм Мәләүез - Салауат юлдары буйлап йөрөтә.
Яңы автобустар глонасс, тахограф, яҡтыртылған табло һәм кондиционерҙар менән йыһазландырылған. Экология дәрәжәһе “Евро-5” булғас, тирә-яҡҡа зыяны ла аҙыраҡ.
Әлеге ваҡытта тағы ла 4 “Вектор некст” автобустары көтөлә. Улар ҡала янында ғына рейс башҡарасаҡ.