ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
19 Август 2019, 13:06

Аралашыу һәм күңел байрамы

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек ауыл байрамдарына иртәрәк килеп, халыҡ йыйылғанын ҡарарға яратам.

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек ауыл байрамдарына иртәрәк килеп, халыҡ йыйылғанын ҡарарға яратам.
Айырыуса аллы-гөллө сәскәле яулыҡтарын, күлдәктәрен кейгән инәйҙәрҙең, таҡыяларын, эшләпәләрен ҡырыныраҡ һалған бабайҙарҙың бер-береһе менән осрашып, күрешеүҙәрен үҙ итәм. Шундай йылылыҡ, ихласлыҡ бөркөлә бөтәһенән дә. Ә, бәлки, улар көн һайын да күрешә торғандарҙыр, әммә ошондай сараларҙа улар араһындағы яҡынлыҡ, туғанлыҡ хисе бигерәк тә сағыуыраҡ, баҙығыраҡ кеүек тойола.
“Өлгөлө йорт” номинацияһында беренсе урынды Әлфинә һәм Линар Ханнановтар яуланы. “Өлгөлө ихата” конкурсында Сәрбиямал һәм Фәнир Аҡсулпановтар еңде. “Иң яҡшы баҡсасы” исемен Надежда Волкова алды. Бынан тыш, еңеүселәр башҡа номинацияларҙа ла билдәләнде.
Байрам тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙ киләһе һандарында уҡырһығыҙ.

Читайте нас: