Төнәтмә әҙерләү: 1 ҡалаҡ сәскәне, 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 10-15 минут тоторға кәрәк. Дауаны ас ҡарынға өс тапҡыр 1-3 ҡалаҡ эсергә. Тирләү өсөн уны төнгә ҡаршы ярты стакан самаһы ҡабул итергә.
Төнәтмә ашҡаҙандың гастрит, сей яра ауырыүҙары булғанда, бауыр, үт ҡыуығы һәм үт юлдары шешкәндә, мигрень яфалағанда, күрем ҡаны ваҡытында килмәгәндә, эсәктәрҙә газ йыйылғанда, тирләү маҡсатында ҡулланыла. Ауыҙ эсе боҙолғанда, ҡаҙна шешеп ҡанағанда, ангина булғанда уның менән ауыҙҙы сайҡатырға мөмкин. Күҙ ҡабығы шешкәндә төнәтмә менән иртәле-кисле битте йыуыу файҙалы. Экзема, дерматит тән ауырыуҙары булғанда, эренле яра-йәрәхәт барлыҡҡа килгәндә ҡайнатманы сылатҡыс, ванна рәүешендә ҡулланалар.