Конгэк
-7 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
27 Август 2019, 15:33

Һәр бер уҡыусы уның менән таныш

Мәктәп йылдарында бала бик күп хеҙмәткәр, башҡа уҡыусы менән таныш. Белем биргән уҡытыусылар, тыныслыҡты һаҡлаған ҡарауылсы, вахтерҙар, тәмле-тәмле аш бешергән ашнаҡсы апайҙар, директор һәм башҡа эшселәр. Әммә белем усағына күрше ауылдарҙан йөрөткән мәктәп автобусы водителен дә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.

Ғүмеренең 14 йылын ошо эшкә арнаған Рәфис Шәрипов - мәҡәләбеҙ геройы. Динис Бүләков исемендәге Смаҡ урта мәктәбенең уҡыусылары уны “Рәфис абзый” тип йөрөтә. Һәр саҡ күтәренке кәйефле, йылмайыусан ағай уҡыу, йәйге ял ваҡытында уларҙы белем йортона, мәктәп лагерына алып барып, төшөн ауылдарына кире илтеп ҡуя.
1962 йылдың 11 октябрендә Смаҡ ауылында ишле ғаиләлә бишенсе бала булып тыуа. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлап, Мәләүез ҡалаһының 42-се училищеһына уҡырға инә. 16 йәшендә үк Рәфис ағай колхозда тракторсы булараҡ тәүге хеҙмәт тәжрибәһе ала. Балиғ булғас, армияға Мәскәү яҡтарына китә. 20 йәшендә тыуған яғына ҡайтып, колхозда водитель булып эш башлай. ЗИС, КамАЗ, автобустар руле артында ултырып өлгөрә Рәфис Рәис улы. Был хеҙмәткә ул 20 йылдан ашыу ғүмерен арнай.
Әлеге ваҡытта мәҡәлә геройыбыҙ Динис улы һәм Гүзәл ҡыҙы уңыштарына ҡыуанып, ғаилә хәстәре менән йәшәй. Олатай булыу бәхетен биш тапҡыр кисерҙе Рәфис ағай. 2005 йылдан ул мәктәп автобусын йөрөтә. Шулай уҡ, Смаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов та унан водитель булараҡ ҡәнәғәт.
Автор фотоһы.
Читайте нас: