Конгэк
-1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
27 Август 2019, 13:45

Законһыҙ сүплек башы ойоштороу өсөн административ яза ҡарала

Донъя кимәлендәге көнүҙәк проблемаларҙың береһе - сүп-сар. Ул тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтерә, һауаны бысрата, ҡаты ауырыуҙарҙың башында тора. Шуның өсөн был проблема - дәүләт органдарының даими контролендә.

Донъя кимәлендәге көнүҙәк проблемаларҙың береһе - сүп-сар. Ул тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтерә, һауаны бысрата, ҡаты ауырыуҙарҙың башында тора. Шуның өсөн был проблема - дәүләт органдарының даими контролендә.

Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоу кодексының 8.2 статьяһына ярашлы, башлап сүп-сар ташлаған һәм законһыҙ сүплеккә юл асҡан өсөн яза ҡарала. Йыйыу, туплау, күсереү, эшкәртеү, утилләштереү ваҡытында тирә-яҡты һаҡлыҡ талаптары үтәлмәһә, ғәйепләнеүсенең административ штрафҡа тарттырырылыуы ихтимал.
21-28 августа Рәсәй Эске эштәр министрлығының район бүлеге ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү ваҡытында законһыҙлыҡҡа ҡаршы түбәндәге саралар ойошторҙо:
- юл патруле хеҙмәте постарында автомобилдәрҙе тикшереү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы теркәлмәгән операторҙар тарафынан булған йәки законһыҙ сүплеккә ташыуын асыҡлау;
- идарасы ойошма һәм торлаҡ хужалары берекмәһе яғынан сүп контейнерҙарын, биләмәне тотоу, яңынан барлыҡҡа килгән сүплектәрҙе таҙартыу буйынса ғәмәлдәге Ҡануниәттең үтәлешен тикшереү;
- законһыҙ эшҡыуарлыҡ һәм экологик хәүефле ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү менән бәйле енәйәттәрҙе билдәләү эштәре.
Айгөл ИҪӘНБАЕВА, Рәсәй Эске эштәр министрлығы район бүлегенең Административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса өлкән инспектор
Читайте нас: