Көнөнә йөҙ сәсбөртөгө ҡойолһа, был ҡурҡыныс түгел. Күберәк икән, тимәк, һеҙгә махсус врачка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сәс ҡойолған осраҡта төнәтмә эшләп ҡарағыҙ: бер ҡуҙаҡ ҡыҙыл боросто спиртҡа һалып, 10 көн төнәтегеҙ, һөҙөгөҙ. Төнәтмәнең 1:10 өлөшөн ҡайнаған һыуға һалып, аҙнаһына ике-өс тапҡыр сәс тамырҙарын ышҡығыҙ.
Ҡоро сәсте емеш, минерал, май һәм витаминдар булған шампунь менән йыуығыҙ. Сәс тамырына дегәнәк майы һөртөү яҡшы.