Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәсәй Хөкүмәтенә тейешле йөкләмәһе тураһында рәсми документ Кремль сайтында баҫылды.
1 ноябргә министрҙар кабинеты беренсе ярҙам күрһәткән ойошмаларҙың медицина хеҙмәткәрҙәренә айлыҡ өҫтәмә түләүҙәр билдәләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш.
Шулай уҡ 1 октябргә тиклем хөкүмәткә медицина вуздарын тамамлаусылар дәүләт һәм муниципаль медицина учреждениеларында өс йыл буйына тәжрибәле белгестәр һөнәр серҙәренә өйрәтһен өсөн «йәш белгес» һәм «табип-остаз» төшөнсәләрен ҡануни яҡтан нығытыу мотлаҡ.
Быйыл июлдән Өфөнөң ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә эш стажы өсөн өҫтәмәләр билдәләнде. Тиҙ ярҙамда 3-5 йыл өҙлөкһөҙ эш стажы өсөн окладҡа - 20%, 5-7 йыл - 40%, 7 йылдан ашыуыраҡ - 65%, йәғни, әгәр бөгөн фельдшерҙың оклады 11 мең һум тәшкил итһә, өҫтәмәнең максималь суммаһы 7 мең һумдан саҡ ҡына күберәк була.