8 сентябрҙә, Берҙәм һайлау көнөндә, республика Башлығын һайлау бурысы тора, ә ул яратҡан республикабыҙҙың киләсәгенә, иҡтисади, социаль, мәҙәни йүнәлешендә үҫешенә, һәммәбеҙҙең яҙмышына ҙур йоғонто яһаясаҡ. Был көндә ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайлана, шулай уҡ район һәм ҡала биләмәләре советтарына, Арыҫлан ауылы биләмәһе советына өҫтәлмә һайлау үтә.
Тормош тәжрибәһе һәм аҡыл туплаған өлкән быуын вәкилдәре һайлауҙа ҡатнашасағына ышанам. Улар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәүгә яуаплы ҡарай, шул йәһәттән күптәргә өлгө булып тора.
Урта йәштәге һәм маҡсатҡа ынтылышлы йәштәр! Республикабыҙҙың киләсәгенә битараф ҡалмағыҙ, һайлау учаскаларына килеп, үҙегеҙҙең әүҙем гражданлыҡ позицияғыҙҙы күрһәтегеҙ! Конституция хоҡуғын файҙаланып үҙ киләсәгегеҙҙе үҙегеҙ һайлағыҙ! 8 сентябрҙә иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем һеҙҙе һайлау участкаларында көтәбеҙ!
Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге менән берлектә был көндө ҡала һәм райондың һайлау участкаларында концерттар ойошторола, һатыу нөктәләре эщләйәсәк. Һайлауға беренсе тапҡыр ҡатнашҡандарға бүләк әҙерләнгән. 4-се мәктәп, 9-сы башҡорт гимназияһында Рәсәй Почтаһы республика, “Көнгәк”, “Путь Октября” гәзитенә яҙылыу ойошторола.
Татьяна ГРИГИНА, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе.