Һарыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
8 сентябрҙә һайлауға барасаҡмын һәм республиканы алдынғы сафҡа сығарырлыҡ кандидатҡа тауыш бирәсәкмен. Был сәйәси кампанияла ҡатнашыу яҡташтарымдың һәр береһенең гражданлыҡ бурысы, тип уйлайым.
Беҙҙең ауыл биләмәһенә өс тораҡ пункт ҡарай, тимәк, һәр ауылдың үҙ проблемаһы бар. Бөгөн биләмәлә 8 фермер хужалығы уңышлы эшләп килә. Үҙ ерҙәребеҙгә үҙебеҙ хужа булып, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып йәшәргә кәрәк. Халыҡты тағын пай ерҙәренә бәйле һорауҙар борсой. Шәхси хужалыҡта күпләп мал тотоп ауылда ерегеп йәшәргә теләгән яҡташтарыбыҙ бар. Тик бесәнлек ерҙәренең аҙ булыу сәбәпле, улар мөмкинлектәрен бойомға ашыра алмай.
Юлдарҙың торошо яҡшырыр, йәштәргә ауыл ерендә эш булыр, тип өмөтләнәм. Ғаиләләр һаны артһа, ауылдың киләсәге лә була тигәнде аңлата бит. Һарышта өс тиҫтәнән ашыу бала бар, ә ошоға тиклем балалар баҡсаһы проблемаһы хәл ителмәне. Шуныһы ҡыуаныслы, бының буйынса план-проект әҙерләнә, алдағы көндә тормошҡа ашыр, тип өмөтләнәм. Ғөмүмән, был һайлау ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең күп проблемаһын хәл итер, тип уйлайым. Шуға ла яҡташтарымдың барыһы ла Берҙәм һайлау көнөндә лайыҡлы кандидатҡа тауыш бирер, тип ышанам.