Көнгәк
-10 °С
Болотло
VK
ОК
Telegram
dzen
MAX
Бөтә яңылыҡтар
5 Сентябрь 2019, 16:41
Республикала 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу старт алды
Башҡортостанда 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды.
Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә йәки
Рәсәй почтаһы сайтында
4,2 меңдән ашыу гәзит-журналға яҙылырға була.
«Изгелек ағасы» хәйриә акцияһы барышында һәр кемдең үҙе һайлаған социаль учреждение өсөн, мәҫәлән, балалар йорто, ветерандар һәм ҡарттар йорттары өсөн баҫмаға яҙылыу мөмкинлеге бар. Теләгән почта бүлексәһендә йәки сайтта яҙылырға була.
Мәләүез районы "Көнгәк" гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларын урындағы баҫмаға яҙылырға саҡыра.
Мәрхәбә ҒӘЙНЕТДИНОВА.
Лена АБДРАХМАНОВА фотоһы.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"