Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау – мөһим һәм яуаплы ваҡиға, сөнки беҙ үҙебеҙҙең бөгөн ниндәй тормошта йәшәүебеҙҙе һәм киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ.
Мәләүез һөт-консерва комбинаты ашханаһында урынлашҡан 2551-се һайлау участкаһы үҙ эшен тәғәйен ваҡытта башланы һәм һайлаусыларҙы дәртле музыка менән ҡаршы алды. Иртәнге сәғәттәрҙә үк буфет асылды. Иң беренсе булып, үҙе теләгән кандидатҡа тауыш биргән Сергей Лисафинға традиция буйынса бүләк тапшырылды. Әйткәндәй, ул бер һайлауҙан да ситтә ҡалмай һәм тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыға. Көндөҙгө 1-ҙәр тирәһенә һайлаусыларҙың күпләп килеүе күҙаллана. Шуға күрә ошо ваҡытҡа ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәрҙәре ҡатнашлығында концерт планлаштырылған.
Зөлфиә Алтынсурина ла - тәүгеләрҙән булып һайлаусыларҙың береһе. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың бөгөнгөһөн һәм киләсәген хәл итәсәк ваҡиғанан ситтә ҡала торғандарҙан түгел ул.
Исемлек буйынса һайлау участкаһында - 1998 кеше.