“Батыр” балалар һәм үҫмерҙәр клубындағы 2559-сы һайлау участкаһына ҡаланың төньяғындағы 11 торлаҡ йорт ҡарай. Иртәнге сәғәттәрҙә 254 кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Кешенең күпләп килеүе төш һәм киске ваҡытҡа тура килә. Шулай уҡ һатыу, концерт программаһы ойошторолған.