Первомай ауылында һайлау хоҡуғы булған 1064 кеше теркәлгән, көндөҙгө 2-гә шуның 405-е һайлаған. 62 һайлаусыға йортона барып һайлау ҡаралған. Бында беренсе һайлаған йәштәр күп булыуы менән айырылды, бөтәһе 17 кеше. Уларға бүләк һәм грамота тапшырылған. Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистар ҡатнашлығында концерт әҙерләнгән. Комиссия эшен еңеләйтеү өсөн бында КОИБ урынлаштырылған.