Меруэрт Әһлиуллина ла башҡортостандар өсөн мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалманы. Улы Камил менән “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” йәмғиәте ашханаһында урынлашҡан 2551-се һайлау участкаһына барып үҙенең, улының һәм бөтә республика халҡының тормошо тағы ла яҡшыраҡ яҡҡа үҙгәрһен тигән теләк менән, Башҡортостан Башлығы вазифаһына лайыҡлы тип иҫәпләгән кандидатҡа тауыш бирҙе.