Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдереүенсә, 2019 йылдың тәүге ете айында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында булған һәм медицина ярҙамы күрһәткән һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 35,8 мең һум тәшкил итте. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоронан 7,5 процентҡа юғары. Быйыл ғинуар-июлендә табиптарҙың уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 64 мең һум тәшкил итте (7,7% юғары). Медсестралар һәм фельдшерҙар уртаса 32 мең һум ала (+7,1%). Санитарҙарҙың һәм башҡа кесе медицина персоналының уртаса эш хаҡы 31,8 һум. Был үткән йылдың ошо уҡ осор күрһәткесенән бер процентҡа юғары.
Был күрһәткестәрҙе яҙырғамы-юҡмы, хеҙмәт кешеһен кәзекләү генә булмаймы был, тип икеләнеп ҡалдым. Белеүемсә медсестраларҙың эш хаҡы бирелгән һандың яртыһы самаһы ғына. Әлеге “уртаса” һүҙенә иғтибар итергә кәрәктер инде. Ғәмәлдә, медсестралар сирле менән һәр саҡ бергә һәм улар, һис шикһеҙ, лайыҡлы эш хаҡы алырға тейеш.