Уҙған аҙнала ҡала урамдарын сүп-сарҙан, ҡороған япраҡ һәм гравий валсығынан таҙартыуға өр-яңы машина сыҡты. “Йәшел хужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһына был “КО-318” машинаһы республика ҡаҙнаһы иҫәбенә алынған, хаҡы һигеҙ миллион һумдан ашыу.
- Яңы машинаның өҫтөнлөктәре тәү ҡарашҡа уҡ күҙгә ташлана, - ти тәжрибәле водитель Владимир Торгашев. - Уның механик һеперткеләре, һыу һипкестәре, саң һурҙырғысы бар. Һыу өсөн махсус бак, сүп-сарға айырым контейнер, ике двигатель, ике видеокамера, көйләү пульты, эре сүп-сарҙы йыйыу өсөн ҡоролма - һанап бөтөрлөк түгел. Был машинала эшләү өсөн белемемде тағы ла арттырырға, махсус әҙәбиәтен өйрәнергә лә кәрәк.
Күп функциялы машина ҡала урамдарына иртә таңдан юллана. Әлбиттә, уртаҡ йортобоҙҙа таҙалыҡ булдырыуға йүнәлтелгән яңы аҙым шатландырмай ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта бер кемде лә йәмәғәт урындарында, урамдарҙа үҙ-үҙеңде тәртипле тотоу мәҙәниәтенән азат итмәй.