Ниндәй хәүеф-хәтәр беҙҙе һағалай һәм ниндәй ваҡиғалар беҙҙе ҡыуандырасаҡ?
Был осорҙа бәхәскә инеүҙән, кемделер тәнҡитләүҙән тыйылығыҙ. Мөһим документ менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ.
Яңғыҙҙар икенсе яртыһын осратыуы ихтимал. Үҙегеҙгә ҡағылмаған эшкә ҡыҫылмаһағыҙ, тынысыраҡ йоҡларһығыҙ. Юғиһә һәр әйткән һүҙегеҙ үҙегеҙгә ҡаршы килеүе бар.
Уңышығыҙ хаҡында һөйләп йөрөмәгеҙ. Күҙ тейеүе мөмкин. Яҡын кешегеҙ менән дуҫлашыу сараһын ҡарағыҙ. Хис-тойғоға бирелмәгеҙ, һалҡын аҡыл менән ҡарар ҡабул итегеҙ.
Дуҫығыҙ һәм һөйгәнегеҙ араһында һайлау алдында ҡалырһығыҙ. Йондоҙҙар икенсе яртығыҙға өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә.
Ижади күтәрелештә булырһығыҙ. Әгәр ҙә күңелегеҙ ниндәйҙер яңы эшкә тотоноуҙы талап итә икән - тәүәккәлләгеҙ. Был осорҙа барыһы ла ҡулығыҙҙан килер.
Ҙур килем алыуығыҙ көтөлә. Әгәр ҙә аҡса эшләргә тәҡдим яһаһалар, баш тартмағыҙ. Эргәләге кешеләр менән йылы мөнәсәбәт һаҡлағыҙ.
Ваҡ мәшәҡәттәр менән булыуығыҙ күңел төшөнкөлөгөнә килтереүе бар. Ярҙам һорарға оялмағыҙ. Йоҡо һәм ял режимын теүәл үтәүегеҙ ҙә ҡатмарлы осорҙо еңел үткәрергә ярҙам итер.
Башҡалар проблемаһын хәл итеү менән мауығып, үҙегеҙҙе онотоп ебәрмәгеҙ. Һаулығығыҙҙы, финанс хәлегеҙҙе яҡшыртыуҙы хәстәрләгеҙ.
Көтөлмәгән яңылыҡ ғәҙәти тормошоғоҙға үҙгәреш индереүе ихтимал. Дуҫтарығыҙға һеҙҙең иғтибар кәрәк булыр.
Тырышлығығыҙ бушҡа булмаҫ. Хеҙмәттәштәрегеҙ алдында абруйығыҙ күтәрелер, килемегеҙ ҙә һиҙелерлек артыр.
Арыһағыҙ ҙа йыйылған эшегеҙҙе башҡарып сығырға тырышығыҙ. Шәмбе, йәкшәмбене ял итеүгә ҡалдырығыҙ. Кисен саф һауала йөрөү ауыр уйҙан азат итер.
Хеҙмәттәштәрегеҙ менән бәхәскә инмәүегеҙ яҡшыраҡ булыр. Иң яҡшыһы - был осорҙа ғаилә ағзаларына иғтибар бүлеү, мохтаждарға ярҙам итеү.