Күптән түгел “Рәсәй” телеканалының туризм тураһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланған “По секрету всему свету” тапшырыуы ижади төркөмө Башҡортостанда булып китте.
Быға тиклем ижади бригада донъяның утыҙҙан ашыу илендә, Рәсәйҙең бик күп төбәгендә тапшырыуҙар төшөрҙө. Беҙҙә алып барыусы, сериалдар йондоҙо Ольга Кузьмина башҡорт ҡыҙы образына инде, халҡыбыҙҙың көнкүрешен, традицияларын сағылдырған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Восточный мәҙәниәт йортоноң “Мираҫ” ансамбле ағзалары баш ҡала актрисаһына ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатырға, ҡот ҡойорға өйрәтте.
- Беҙ тәҡдим ителгән идеяны бойомға ашырырға шундай дәрт менән тотондоҡ, - ти ансамблдә ҡатнашыусы Рәйлә Ғашимова. - Беҙҙең коллективты райондан ситтә лә беләләр. Беҙ “Ҡарға бутҡаһы”, Таллы байрамдарында ҡатнашабыҙ. Ауыл биләмәләрендә әүҙем эшләгән ағинәйҙәр хәрәкәте менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Күптән түгел Муллағол, Аптраҡ ауылдарына саҡырҙылар. Унда боронғо рецепт буйынса сыр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр. Һыртлан оҫталары ойошторған кейеҙ баҫыу буйынса семинарҙа ҡатнаштыҡ. Ансамбль етәксеһе Мәстүрә Ҡунаҡбаева билдәләүенсә, 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә улар боронғо йолаларҙы, халыҡ байрамдарын тергеҙеүгә, популярлаштыруға ҙур иғтибар бирә.
Мәләүездәр ҡатнашлығында төшөрлөгән сығарылыш эфирға көҙ көнө сығасаҡ.